Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Сүриәнең Алеппо ҡалаһының хөкүмәт ғәскәрҙәре контролдә тотҡан өлөшөндә автобус туҡталышын утҡа тотоу сәбәпле 7 бала һәләк булған, 8 бала яраланған. Ҡалала хәл көндән-көн ҡатмарлаша. Белгестәр әйтеүенсә, ҡан көҫәгән ҡушма Штаттар Германияны ла был һуғышта ҡатнашырға мәжбүр итә.

Таиланд депутаттары туғыҙ минут тынлыҡ менән  вафат булған король Адульядетты иҫкә алды. Милли ҡанундар сығарыу ассамблеяһының ғәҙәттән тыш йыйылышы илдең барлыҡ телеканалдарында күрһәтелде. Адульядет илдә иң абруйлы сәйәсмәндәрҙең береһе булған. Шуға ла был көндәрҙә Таиландта йәшәүсе һәр кем королдың үлемен шәхсән ҡайғыһы итеп ҡабул итә.

Америкала Арканзас штатында бынан бер быуат элек төҙөлгән күперҙе шартлатҡандар. Ике миллион тонналыҡ конструкция һелкенмәгән дә. Төҙөүселәргә уны һүтеүҙән башҡа әмәл ҡалмаған.  Был күперҙе 2010 йылда уҡ ышанысһыҙ тип тапҡандар һәм унда автомобиль хәрәкәтен тыйғандар.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика