Прямой эфир:

Ҡорама күргәҙмәһе

Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһында йыл һайын  Башҡортостандың иң оҫта ҡорамасылары күргәҙмәһе үтә. “Ҡорама-туй” республика фестивале быйыл 14-се тапҡыр ойошторола. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта, ә уларҙың оҫталығы - үҫкәндән-үҫә, ижад ҡомары артҡандан-арта бара.

Ҡорама туйының һәр өлгөһө хис-тойғоларға мансылған. Уларҙа туҡыма киҫәктәре, төҫтәре генә түгел, риүәйәт һәм легендалар ҙа терелгән гүйә. Төрлө паннолар, ҡурсаҡтар – һәр эштең үҙ тарихы. Фестивалдә ҡатнашыусы ҡыҙҙар, иһә, был төр тегеү техникаһының оҫта белгестәре. Кемдер өсөн  ҡорама ҡорау –ул йыр, кемгәлер ул күңел йыуанысы. Күҙ ҡыуанысы ла. Борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының  ҡорап, һырлап эшләгән буй түшәктәре булһынмы, йә иһә, башҡа өй ҡаралтыларымы – барыһы ла йортҡа ҡот һәм йәм биреү өсөн эшләнгән. Башҡортостан оҫтабикәләре башҡарған ҡорама картиналар, биҙәүестәр  һәм ҡурсаҡтар  Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм хатта сит ил халҡының да күңелен яулап өлгөргән. Киләһе йыл “Ҡорама-туй”  15 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Фестивалде ойоштороусыларҙың белдереүенсә, йылдан-йыл ҡорама техникаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта, уны башҡарыу техникаһы ла төрлөләнә бара. Хатта бер генә өлгөлә лә төрлө алымдарҙың ҡулланылыуы – ошо үҫештең һәм ҡорамасылар оҫталығының  юғары кимәлдәргә күтәрелеүен иҫбатлай.

Смотреть видео Вести недели - 04.12.16 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 04.12.16

9 часов 39 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика