Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

БРИКС илдәре етәкселәренең осрашыу йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында Рәсәй президенты Америкалағы һайлау алды кампанияһына һәм хакерҙар һөжүмендә Рәсәйҙе ғәйепләүгә үҙ фекерен белдерҙе.

Төнъяҡ Корея урта алыҫлыҡтағы баллистик ракетаны һынап ҡараған. Ракета осороуҙы Америка милли именлеккә янау тип ҡабул итә һәм Пхеньянды был йүнәлештә эштәрҙе туҡтатырға саҡыра. Атом клубына ингән башҡа илдәр кеүек үк Рәсәй ҙә Төнъяҡ Кореяны һынауҙарҙы туҡтатырға өндәй.

Һиндостандың милли паркында фил балаһы һыуҙа ағып китеп барған кешене ҡотҡарған. Кешене ағым алып китерен һиҙемләп фил һыуға ташлана һәм ярҙың икенсе яғына сығып уның алдына баҫа.

Калифорнияла Тымыҡ океанда ҙур акула ҡалын тимерҙән эшләнгән ситлекте ватып уның эсенә ингән. Шаһиттар ғәҙәттән тыш хәлде видеоға төшөргән. Ситлек эсендәге дайвер ҡасып ҡотолған. Был хәлдән шаҡ ҡатҡан дайверға үҙенә килеү өсөн бер-нисә сәғәт кәрәк булған. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика