Сәсеүлеккә ингән өсөн тапап үлтерергә

Сәсеүлеккә ингән өсөн тапап үлтерергә.

Кушнаренко районындағы эшҡыуар ҡуртымға алған еренә көтөүҙән айырылып ингән малдарға ҡарата шундай ҡарар сығарған һәм уларҙы тракторы менән бәрҙергән.  Ауыл халҡы уны осраҡлы түгел, ә аңлы рәүештә башҡарыуын дәлилләй. Был видеоны Кушнаренко районының Шыршы-Тартыш ауылы халҡы төшөргән. Урындағы ҡуртымсыға баҫыуында малдарҙың йөрөүе оҡшап етмәгән һәм ул оҙаҡ уйлап та тормай, тракторы менән һыйырҙарҙы баҫтыра башлаған. Хатта килеп еткән көтөүсене лә тапата яҙған. Тәгәрмәс аҫтына бер-нисә һыйыр һәм һарыҡ эләккән. Ике тананы тулыһынса иҙгән, ә ҡалғандары төрлө йәрәхәттәр алған. Һыйырҙар оҙаҡламай быҙауларға тейеш булған. Шуға юғалтыу икеләтә, тип зарлана хужабикә. Ит өсөн дә һуйып алырға ярамай, яңы ғына яһалған прививка ла ҡамасаулай, ҡан һауған, бәрелеүҙәрҙән күгәргән ит тә ашарға яраҡһыҙ. Малдарҙы тапатҡан тракторсы өйҙә булмай сыҡты. Ул килтергән зыянын ҡаплармы-юҡмы тигән һорау борсой ауыл халҡын.  Сөнки был осраҡ тәүгеләрҙән түгел. Әммә урындағы идаралыҡ ерҙәрҙе ҡуртымға алған эшҡыуарҙы ыңғай яҡтан баһалай. Малдарҙың ғүмерен ҡыйған аяныслы хәлде полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Баҫыуға ингән малдарға үҙ белдеге менән яҙа биргән тракторсы үҙе язаһын күрерме, юҡмы әлегә билдәһеҙ. 

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

48 минут 57 секунд назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика