Өфө янындағы Йылҡыбай ауылында йәшәүселәр үҙ иҫәбенә юлдарҙы тәртипкә килтерергә мәжбүр

Өфө янындағы Йылҡыбай ауылында йәшәүселәр үҙ иҫәбенә юлдарҙы тәртипкә килтерергә мәжбүр. Әммә ул бер миҙгелгә лә түҙмәй. Сөнки ауылға илткән юлдан көнөнә ҡом тейәгән йөҙәрләгән машина үтә. Әммә ауыл янындағы карьер хужалары үҙҙәре емергән юлды тәртипкә килтереү өсөн бер ус та ҡом бирергә теләмәй тип зарлана урындағы халыҡ. Эшҡыуарҙарҙың был хәлгә үҙ яуабы бар. Бер төркөм кешеләр юл һылтауы менән ҡом карьерының бер өлөшөн ҡулға төшөрөп алырға уйлай имеш. 

Вәғәҙәләр ишетеп арыған Йылҡыбайҙар быйыл яҙ юлдарҙағы соҡорҙарға үҙҙәре тотона. Бер нисә күрше берләшеп кемеһе материал, кемеһе техника, хәленән килгәне аҡса бүлеп тишектәрҙе ямап ҡуя. Бөтә эшкә киткән сығымдар йөҙәр мең һумға барып етә, ти улар. 

Әммә бынан көн дә үткән йөк машиналары юлды бер нисә айҙа элекке хәлгә ҡалдыра. 

Контроль булмауы менән файҙаланып эшҡыуарҙар йөктө бер нисә тапҡырға арттырып тейәй. Быны эшселәр үҙҙәре лә йәшермәй, юғиһә килем булмай, тип аҡлана улар. 

Ауылдан бер нисә саҡырымда урынлашҡан карьерҙан көн дә тиҫтәләгән машина йөк менән сыға. Әммә ни өсөн ятҡылыҡ хужалары файҙаланған юлды рәтләр өсөн бер ус ҡомдо ла йәлләй тигән һорау менән уларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. “Баштрансгидромеханизация” йәмғиәте вәкилдәре осрашыуҙан баш тартты. Ә халыҡтан бындай мөрәжәғәт булманы, тип ышандырҙы.

Яңы асфальт та бында тиҙ арала булмаясаҡ. Калинин районына ҡараған Йылҡыбай ауылына илткән трасса киләһе йылға планға ингән, тик унда ремонт эштәре генә ҡаралған.

Карьерҙан ҡом сығарыуға ауыл халҡы ҡаршы түгел, уларҙы йөктө рөхсәт ителгәндән арттырып тейәү һөҙөмтәһендә юлдарҙың тиҙ боҙолоуы борсоуға һала. 

Юлдарҙы аҙ булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн Йылҡыбай ауылында йәшәүселәр йөк машиналарын үлсәү пункты урынлаштырыуҙы һорай. Бының өсөн күрше Федоровка ауылы эргәһендә урын да билдәләнгән. Әммә бында майҙан әҙерләү өсөн 500 мең һум талап ителә. Бюджетта бындай аҡса, әлбиттә, юҡ. Йылҡыбайҙар юл тигеҙ һәм хәүефһеҙ булһын өсөн был сумманы үҙҙәре лә йыйырға әҙер. 

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

3 часа 8 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика