Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының оператив идаралығы етәксеһе Сергей Рудской Мәскәү Алеппола утты туҡтатырға һәм ҡалаға гуманитар ойошмалар вәкилдәрен үткәрергә әҙер, тип белдерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта “Ан-Нусра” һуғышсыларынан махсус коридорҙар буйынса һуғыш барған урындарҙан китергә, көнбайыш террорсыларҙы ҡорал менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға тейеш.

Клинтондар ғаиләһенең элекке һаҡсыһы Америка президентлығына кандидат Хиллари Клинтон һайлау алды программаһын ялған белдереүҙәргә ҡора, тип белдергән. Ҡушма Штаттар халҡы уны һайлаһа ныҡ яңылышасаҡ, тигән ул. Хиллари Клинтон һайлау алды программаһын өлгәшелгән уңыштары нигеҙендә ҡора алмай, шуға ла ул ялған белдереүҙәр яһап халыҡ иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлтергә тырыша тигән Клинтондар ғаиләһенең элекке һаҡсыһы.

Германияның БАСФ концернының химия заводында шартлауҙа ике кеше һәләк булған. Алтауһы яраланған. Фажиғә предприятиеның портында тиҙ янып китеүсе шыйыҡса тултырылған һауыттарҙы бушатҡанда теркәлә. Хакимиәттәр халыҡты тәҙрәләрҙе ныҡлап ябырға һәм урамға сыҡмаҫҡа саҡырған.

Филлипиндарға “Лавин” тайфуны яҡынлаша. Атмосфера, геофизика һәм астрономик хеҙмәттәр хакимиәте белдереүенсә, ул һуңғы өс йылда иң ҡеүәтлеһе булыуы ихтимал. Ғәрәсәт көсө артҡандар-артасаҡ, ел тиҙлеге секундына 220 километрға етәсәк. 

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

3 часа 8 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика