Прямой эфир:

Сусҡаларҙың африка тағуны беҙҙең республикаға ла яҡыная

  • Сусҡаларҙың африка тағуны беҙҙең республикаға ла яҡыная | ГТРК «Башкортостан»

Сусҡаларҙың африка тағуны  беҙҙең республикаға ла яҡыная.

 Рәсәйҙең 24 субьектында 249 осраҡ теркәлгән. Ошо сәбәпле Башҡортостанда быйыл ҡыр сусҡаларының һаны 40 процентҡа кәметелде. Сентябрь аҙағында күрше Татарстандың Нурлат районында тағундың теркәлеүе беҙҙең төбәк малсыларын ҙур хәүефкә һалды. Күрше республиканан 300 саҡрымда ятҡан Илеш районы хужалыҡтарында сусҡа малы 6 тапҡырға ҡыҫҡартылды. Билдәле булыуынса, беҙҙең 6 район Татарстан менән сиктәш. Африка тағунынан вакцина юҡ. Ул бик тиҙ тарала, әгәр Башҡортостанға эләкһә бөтә сусҡаларҙы юҡ итергә тура киләсәк. Ауырыуҙың  кешегә зыяны булмаһа ла иҡдисат бик ҙур юғалтыу килтерәсәк.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика