Бөгөн Өфөлә асарбаҡтарға ярҙам күрһәтелде

Бөгөн Өфөлә асарбаҡтарға ярҙам күрһәтелде.

Улар аҙыҡ-түлек, кейем менән тәьмин ителде һәм беренсе медицина ярҙамы алды. Башҡортостанда 3 мең самаһы асарбаҡ иҫәпләнә, шуларҙың 2 мең ярымы баш ҡалала көн күрә. Һалҡындар төшөү менән йорттары булмағандар ҡайҙа бара, нимә эшләй? Йылы ваҡытта Үҙәк баҙар туҡталышында күпләп асарбаҡтар йыйыла торғайны. Улар хатта автобус көткән кешеләргә ҡамасаулап, ошо эскәмйәләрҙә ял итә ине. Һалҡындар төшкәс күренмәйҙәр. Күрәһең, асарбаҡтар баҡса ширҡәттәренә, подъездарға һәм йылылыҡ селтәрҙәренә юлланған. Торлаҡ хужалары үҙҙәрен тәртипле тота белмәгән асарбаҡтарҙы ғәҙәттә подъездарҙан ҡыуып сығара. Шуға күрә улар йылылыҡ селтәре торбаларында төн үткәрә.  Үзбәкстандан күсеп килгән Азат Ғәлиев та торбалар өҫтөндә йоҡлай. 36 йәшлек ирҙең яҡындары документтарын тартып алып, өйөнән ҡыуып сығарған. Асарбаҡтар теләнселәп йә урлашып аҡса эшләй. Шулай ҙа, күберәген тимер, ҡатырға йә шешәләр тапшырып эсергә һатып ала. Спиртлы эсемлектәр, әлбиттә, һалҡындан ҡотҡармай. Табиптар һыуыҡтар төшөү менән аяҡ-ҡулдарын өшөтөп килтерелгән асарбаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Өфөлә асарбаҡтарға ярҙам күрһәтеү буйынса республика үҙәге эшләй. Уның ҡарамағында ике социаль ҡунаҡхана бар. Береһе Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә, икенсеһе Шаҡшала урынлашҡан. Учреждениелар асарбаҡтарға бөтә яҡтан ярҙам күрһәтә. Йылы аш, кейем-һалым, дарыуҙар менән тәьмин итә. Был маҡсатта йыл һайын 13 миллион һум аҡса бүленә. Әммә, барыһы ла социаль учреждениеларҙа йәшәргә теләмәй. Сөнки, уларҙа эсергә рөхсәт итмәйҙәр, бынан тыш башҡалар кеүек эшкә йөрөргә кәрәк. Дөрөҫ юлға баҫҡандары ла бар. Алекс Крушель мәҫәлән, бер нисә йыл хәйерселәп йөрөгәндән һуң, айыҡ тормошто һайлаған. Хәҙер ул асарбаҡтарға ярҙам итә. Фәнил Ғиндуллин 4 йыл буйына урамда йәшәгән. Властарҙың хатаһы арҡаһында ул торлаҡһыҙ ҡалған. Ошо ваҡыт эсендә ул сир ҙә йоҡтороп өлгөргән. Әммә, ныҡышмал кеше фатирын ҡайтарырға ирешкән.   Башҡортостанда барлығы 3 мең самаһы асарбаҡ теркәлгән, уларҙың 2 мең ярымы Өфөлә төпләнгән. Урам тормошон үҙ иткәндәрҙең күбеһе спиртлы эсемлектәр ҡоло, йә банкттар һәм коллекторҙар ҡорбаны. Әммә урамда өшөп йөрөмәйем тигәндәр ғүмерҙәрендә ҡырҡа боролош эшләй алған.

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере

6 часов 29 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика