Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Мосулды штурмлау хоҡуҡ яҡлаусылар һәм гуманитар ойошмалар вәкилдәрендә ҙур борсолоу тыуҙырҙы. Әле “Ислам дәүләте” ойошмаһы һуғышсылары контролендә булған ҡалала 1 миллион 500 мең самаһы тыныс халыҡ йәшәй. Уларҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында, хәрби операция гуманитар һәләкәткә алып килеүе ихтимал, тип иҫкәртә БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса юғары комиссары идаралығы.

Америкала президент һайлауҙары яҡынлашҡан һайын ҡыҙма өйәнәге лә арта.  Яңыраҡ  Дональд Трампҡа оҡшатып эшләнгән ҡурсаҡтар һатыуға сығарылғайны. Хәҙер килеп Манхеттенда Хиллари Клинтондың ярым шәрә статуяһы ҡалҡып сыҡты. Уның авторы Хиллари Клинтонды йолҡош ҡатын итеп күрһәтергә тырышҡан. Етмәһә аяҡ бармаҡтары урынына тояҡ эшләгән. Был хәлде күреп полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала йолҡош Хилларины алырға ҡушҡан.

Фейерверктар ташыған машинала именлек ҡағиҙәләрен һаҡламау нимәгә килтерә? Бөйөк Британия уйлап табыусыһы ошо турала ролик төшөргән. Ул машинаға тултырылған фейерверкка ут төрткән. Бер-нисә минуттан шартлау яңғырай һәм автомобиль дөрләп яна ла башлай. 

Был аҙнала Рәсәй һәм Европа миссияһының «ЭкзоМарс-2016» космос аппараты планета-ара сәйәхәтенең бер өлөшөн тамамлай. 226 көндә 500 миллион километр юл үтеп ул Марс орбитаһына сығасаҡ. Ҡыҙыл планетала һыу бармы, йәшәргә мөмкинме? Сәйәхәт йомғаҡтары ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика