Прямой эфир:

Әсәлек капиталы артмаясаҡ

  • Әсәлек капиталы артмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Әсәлек капиталы артмаясаҡ.

 Һәр хәлдә Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2020 йылға тиклем ғаилә капиталын индексациялауҙы туҡтатыу тураһында закон проектын әҙерләй. Министрлыҡ был ҡарарын  илдәге ауыр финанс-иҡтисади хәлгә бәйләй. Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте лә 2017 йылда икенсе балалары тыуған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмен арттырмау тураһында  иғлан иткәйне. Илдә әсәлек капиталы 2007 йылда ғәмәлгә ингәйне. Тәүҙәрәк программа 2016 йылдың аҙағына тиклем генә эшләр, тип күҙалланғайны.  Әммә президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ул тағы ла ике йылға оҙайтылды. Әлеге ваҡытта әсәлек капиталы 453 мең 26 һум. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика