Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү тамамланды

  • Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөү тамамланды.

Картина 27 июндә төшөрөлә башланы һәм 67 көн дауам итте. Әлеге ваҡытта таҫманы монтажлау бара. Премьера 2017 йылға билдәләнгән. «Бабич» исемле яңы тулы метражлы нәфис фильм башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, тәүге башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Картинала 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәләрендә барған тарихи ваҡиғалар сағылдырыла. Фильмды республика Башлығының туғыҙ миллион һумлыҡ грантына «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөрҙө. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика