Прямой эфир:

74 йыл руль артында һәм бер штрафһыҙ

Мине юлдар, юлдар саҡыра. 74 йыл руль артында һәм бер штрафһыҙ. Бәләбәйҙә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәр автоһәүәҫкәргә өлгө булырлыҡ. Яңыраҡ 91 йәшен туйлаған Ғәбдрәүф Гәрәев әле лә тимер атта елдерә, яңғыҙы донъя көтә һәм үҙенән йәш ҡарттарға ярҙам итә. Әүҙем ветерандың тормош серҙәрен хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов белеп ҡайтты.

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Бөйөк Ватан һуғышын үткән ветеран үҙенең төп тормош девизына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан тоғро ҡала.

Ғәбдрәүф Сәләх улының һәр иртәһе физик күнекмәләр эшләүҙән башлана. Уның етеҙ хәрәкәттәренә ҡарап ир уҙаман 91 йәшендә тип әйтмәҫһең.

1944 йылда яңы 17-һен тултырған йәш егетте фронтҡа алып китәләр. Бында ул бер туған ағаһын осрата. Тәүҙә Баку өсөн алышта сынығыу үтә, унан танкист һөнәрен үҙләштереп Белоруссия өсөн барған яу яланына эләгә.

Ветеран ғәрәсәтле һуғыш хәтирәләрен әле лә тетрәнеп иҫкә ала. Дошман танкыһынан атылған утлы шар уның тимер атын утҡа ялмай. Умыртҡа һөйәген, ике ҡабырғаһын һындырып, контузия алып госпиталгә эләгә.

Әммә йәшәү теләге көслө була Ғәбдрәүф Сәләх улында. Тыуған яғына ҡайтҡас ул командир биргән Метеор ҡушаматына тоғро ҡалып йәнә руль артына ултыра.

Ул әле лә тимер атын “эйәрләп” йөҙәрсә саҡрым үтергә әҙер. Иң мөһиме иғтибарлы булыу һәм башҡаларҙы ихтирам итеү, ти ул.

Үҙенсәлекле шәхес, ветеран һәм өлгөлө водителде 91 йәше менән ҡотлар өсөн баш автоинспектор Динар Ғилметдинов та килеп киткән. Ул ветерандың 74 йыл буйына руль артында йөрөп бер тапҡыр ҙа штраф алмауына ихтирам белдерә.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Был һүҙҙәр әйтерһең, Ғәбдрәүф Сәләх улына төбәп әйтелгән. Ул эште ирҙәрҙеке, ҡатындарҙыҡы тип айырмай. Яңғыҙы донъя көтә, үҙенән күпкә йәш әммә мохтаж ҡарттарға барып ярҙамлаша.

Бөтә ерҙә тәртип, һәр эш ҡоралы үҙ урынында. Йөҙөнсө йәшен ваҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мин үҙ ғүмеремдә космонавт һәм баянсы ғына була алманым тип шаярта. Ике йыл элек кенә Ғәбдрәүф Сәләх улы үҙ ҡулдары менән яңы мунса ла һалып ултырта.

Тынғыһыҙлыҡ әле лә ветеранға бер урында ултырырға ирек бирмәй. Күңел тыныслығын ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа килгән ваҡытта ғына тоям ти ул. Уның берҙән-бер хыялы – ерҙә именлек булһын.

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика