Прямой эфир:

Хәрәкәтләнеү мөмкинлегенән сикләнгән кешеләр нисек дауаханаларға йөрөргә тейеш?

Хәрәкәтләнеү мөмкинлегенән сикләнгән кешеләр нисек дауаханаларға йөрөргә тейеш? Ни өсөн социаль таксиҙар үҙ эшен яуаплы башҡармай? Был һорауҙарға беҙҙең хәбәрселәр яуап эҙләне.

Наталияға хәҙер күңелле көндәрен фотоһүрәттәргә генә ҡарап иҫләргә ҡала. Бынан ярты йыл элек социаль такси ярҙамында театр, концерттарға йөрөһә, хәҙер урам буйына ла сығыу мөмкинлеге сикләнгән.

Социаль такси 2013 йылда Ленин, Киров, Октябрь райондарында эшләй башлай. Өфөгә барлығы 3 машина тапшырыла. Был такси  ярҙамында хәрәкәтләнеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр арзан хаҡҡа дауаханаға йә иһә кәрәкле урындарына бара алған. Әммә һуңғы ваҡытта инвалидтар  бындай мөмкинлектән мәхрүм. Мөрәжәғәт итеүҙән файҙа юҡ, йә кирегә шылтыратырбыҙ тип трубканы ташлай, йә водитель бушамай, йә машина юҡ тигән яуап ҡайтаралар, тип зарлана улар.

Ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында  235  кеше йәшәй, шулар араһынан 69 инвалид коляскала хәрәкәт итә.Өс машинаның берәүһе ошо интернатҡа ташырылған. Водитель киске һигеҙгә тиклем генә эшләй. Шуға ла заказдарҙы бер-нисә көн алдан бирергә кәрәк, ти.

Йорт –интернаты етәксеһе ни өсөн бер-нисә көн алдан шылтыратып  социаль машинаға заказ биреп тә, килмәйҙәр йә иһә килеү мөмкинлеге юҡ тип  алдан иҫкәртеү яһамайҙар тигән һорауға аныҡ ҡына яуа бирмәне.  Хәрәкәтләнеү мөмкинлегенән сикләнгән  кешеләр өсөн бигерәк тә дауаханаға йөрөүе ауырға тура килә. Шуға ла социаль таксиҙың  ҡабаттан эшләй башлауын һорай улар. 

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика