Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй сит ил эштәре министры Абхазияла Рәсәй илселеге комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сергей Лавров әйтеүенсә, бында дипломаттар  өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Мадридта Испания коммунистары Американың Сүриәләге сәйәсәтенә ҡаршы митинг үткәргән. Улар илде һауанан утҡа тотоуға ҡырҡа ҡаршы булыуҙарын белдергән һәм 7 апрель Сүриә хәрби-һауа көстәре базаһына һөжүм ойоштороусыларҙы яуапҡа тарттырырға саҡырған.

Францияла бер ҡатын сәхнәгә сығып “Милли фронт” фирҡәһе етәксеһе,  президентлыҡҡа дәғүә итеүсе Марин Ле Пен сығышы туҡтатырға маташҡан. Шул уҡ ваҡытта Марин Ле Пенға гөлләмә лә ырғытҡандар.

Ҡытайҙа күп ҡатлы бинаның баҫҡыстарынан югереү буйынса ярыш үткән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл унда 2 мең кеше ҡатнашҡан. Был ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл  арта. Шуға ла Ҡытайҙа был ярыштарҙы “Һаулыҡ баҫҡысы” тип тә атай башлағандар.

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика