Прямой эфир:

Халыҡ кәсептәре ярҙамында аҡса эшләү

Халыҡ кәсептәре ярҙамында аҡса эшләү. Шаранда умартасылыҡ менән бер рәттән тимерсе һөнәрен тергеҙеүселәр арта. Район оҫталары даны хәҙер республика кимәлендә лә билдәле. Теманың дауамы беҙҙең киләһе яҙмала. 

Шарандағы Яңы Йомаш ауылы хәҙер район өсөн ҡортсолоҡ үҙәгенә әйләнә бара. Биләмәләге һәр шәхси хужалыҡта ла тиерлек умарталар бар. 150 күс менән бер кемде лә аптыратып булмай, ти тырыштарҙың береһе Василий Степанов. Бер миҙгелдә кәм тигәндә илле, алтмыш мең рам эшләгән умартасы йәй осоронда еләк үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Ә көҙҙән яҙға тиклем иһә төп кәсеп  — тап умарталар өсөн рамдар яһау.

Бал тәмен умартасы олатайҙың ейәндәре лә белә. Василий Степанов үҙ нәҫелен хеҙмәт менән бергә, аҡса эшләүгә лә өйрәтә. Ейән-ейәнсәрҙәр тырышлығы аҡсалта баһалана. Туғыҙ үҫмергә хужа аҡса ла түләй. Был табышҡа иһә балалар велосипедтар, саңғылар һатып ала.

Ауыл ерендә йәшәгәс көрәк-һәнәкһеҙ ҙә булмай. Иҫке яңыны күтәрә, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, Шарандағы Иҫке Теләүле ауылында йәшәгән Фәнүс Хаҡов, тәүҙә сатаһы һынған һәнәктәрҙе иретеп йәбештереп өйрәнә. Һуңынан иһә тимерсе үҙ көсөн ҡапҡалар эшләүҙә һынап ҡарай.

Түҙемле –түш ейәр, тигәндәй, хәҙер тимерсе фәнүс үҙ эшен тулыһынса яйға һалған. Иҫке тимерлек хәҙер оҫтаның яратҡан урыны. Ҡоймалар, баҫҡыс-һикәлтә  таянғыстары эшләү менән бер рәттән һандыҡ, өҫтәл-ултырғыстар яһау ҙа ғаилә килеменә өҫтәмә табыш.

Ауылда бөгөн эш етерлек, ти Шаран халҡы. Ер табышты үҙе бирергә әҙер. Тик уны эйелеп алырға ғына кәрәк, тигән фекерҙә район оҫталары. 

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика