Прямой эфир:

Оло ерҙән айырылған ауыл

Өфө районы Крючевка ауылында йәшәүселәрҙе лә ташҡын оло ерҙән айырҙы. Бөгөн һыу кимәле тағы ла күтәрелгән. Ауылға илткән берҙән-бер юл һыу ағҫтында ҡалған. Крючевкала йәшәүселәргә был күпер күрше ауылдарға сығыр өсөн берҙән-бер юл. Халыҡ машиналарын бер-нисә саҡрым алыҫлыҡта ҡалдырырға мәжбүр. Сөнки ауылға үткән юл аша ташҡын һыуҙары аға.Ауыл халҡы әйтеүенсә, был юлды былтыр ғына һалғандар. Хәҙер инде ул эшлектән сыҡҡан. Көндәр йылыныу менән һыу кимәле тағы ла күтәрелһә, юлды бөтөнләй йыуып алып китеүе ихтимал. Бындай хәл йыл да ҡабатлана ти, урындағы халыҡ. Ирегән ҡар һыуҙарынан барлыҡҡа килгән йылға кәм тигәндә лә бер ай буйына аға. Шундай уҡ хәл Булгаково биләмәһендә лә ҡабатланыуы ихтимал. Унда Өршәк йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Әгәр ҙә йылғаның кимәле тағы ла 1 метрға күтәрелһә, күперҙе ябырға тура киләсәк. Өфө районының Волково ауылында көслө ташҡын урындағы күперҙе уртаға ярған. Хәҙер иһә ауылдың икенсе ярына сығыр өсөн, халыҡ урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Белгестәр әйтеүенсә, яҙғы ташҡын бер-нисә аҙна дауам итәсәк. Ҡотҡарыусылар һыуға яҡын йәшәүселәргә иғтибарлыраҡ һәм уяу булырға саҡыра. 

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика