Прямой эфир:

Башҡортостан делегацияһы июндә эш сәфәре менән Ҡытайға юллана

Башҡортостан делегацияһы июндә эш сәфәре менән Ҡытайға юллана.

 Республика Янцзы йылғаһы буйындағы виләйәттәр менән хеҙмәттәшлеккә этәргес бирергә ниәтләй. Был хаҡта республика башлығы Мәскәүҙә Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте  вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, быйыл Өфөлә Рәсәй һәм Ҡытай нейрохирургтарҙың беренсе конгресы үтәсәк. “Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү, яңы предприятиелар төҙөү, хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен булыдырыу буйынса Ҡытай  менән даими эш алып бара,”-тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. Республика Ҡытайҙың  дүрт виләйәте һәм бер ҡалаһы менән  килешеү төҙөгән. Берлектәге 22 предприятие уңышлы эшләй. Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте рәйесе был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика