Прямой эфир:

Республика ҡан ҡойоу станцияһында 10 тоннанан ашыу ҡан компоненттары һаҡлана

Республика ҡан ҡойоу станцияһында  10 тоннанан ашыу ҡан компоненттары һаҡлана.

 Был төбәктә йәшәгән мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында йыйылған. Миллионлаған кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн бер ваҡытта ла күрмәгән донорҙарға бурыслы. Максим Гаврилов – кеше ғүмеренә битараф булмаған стажлы донор. 29 йәшенә ул 71 тапҡыр ҡан тапшырған. Республика ҡан ҡойоу станцияһында әле ун тоннанан ашыу ҡан һәм уның компоненттары һаҡлана. Бындай ҙур күләм мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамында йыйылған. Донор булыу – изге эш. Ҡан бушлай тапшырылһа ла, кеше ғүмерен ҡотҡарыу кеүек изге ниәт менән йәшәүселәр йәмғиәтебеҙҙә бихисап. Республика ҡан ҡойоу станцияһы әле ҡытлыҡ кисермәй. Әммә ҡанға мохтажлыҡ бермә-бер арта.  

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика