Прямой эфир:

Республика башлығы бөгөн халыҡты ҡабул итте

  • Республика башлығы бөгөн халыҡты ҡабул итте | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы бөгөн халыҡты ҡабул итте.

Өлкәндәр, балалар һәм мөмкинлеге сикле кешеләрҙең именлеген хәстәрләү ил бурысы. Әүҙем граждандар ошо проблемаларҙы асыҡлап уларҙы хәл итеү сараһын үтенеп Респулика башлығына мөрәжәғәт итә. Бөгөн Рөстәм Хәмитов Президент Путиндың ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Хеҙмәт ветераны, Ҡариҙел районы ветерандар советы рәйесе Ринат Абзаловты урындағы халыҡты социаль яҡлау үҙәген бөтөрөп уның бурыстарын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп яҡлы үҙәк ҡарамағына тапшырыу ҡарары борсой. Район халҡы ризаһыҙлығын ул төбәк етәксеһенә еткерә. Рөстәм Зәки улы менән осрашыу ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдырған. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ныҡлы ышаныс бар. Өфө районы Шамонино ауылында табип амбулаторияһы эшен яйға һалыу мәсьәләһе лә яҡын арала хәл ителер. Ике бала атаһы, ошо ауылда йәшәгән Азамат Хәйбуллин республика башлығы менән әңгәмәнән һуң ошондай өмөт менән ҡайта. 

Йылғалар кимәле | ГТРК «Башкортостан»

Йылғалар кимәле

28 апреля 2017
Һыу кимәле арта | ГТРК «Башкортостан»

Һыу кимәле арта

26 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика