Прямой эфир:

Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдарҙы киң ҡуллана. Лазер һәм ультратауыш нурҙары ярҙамында дауалаусы һуңғы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролмалар  балаларҙы ла, өлкән йәштәгеләрҙе лә ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Операция өҫтәлендә ятҡан пациент — Ғәлиә Сәлихованың оҙаҡ йылдар күҙе насар күргән. Табиптар уға астигматизм һәм ҡара ҡылау тигән диагноз ҡуйған. Был осраҡта күҙҙең күреү һәләтен тик операция ярҙамында ғына ҡайтарып була. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптарының һуңғы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролмаларҙы ҡулланыуы был процедураны күпкә еңеләйтә. Фемтосекундлы лазер һәм факоэмульсикатор тип аталған ҡоролмалар күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа күп мөмкинлектәр аса. Быға тиклем күҙҙең яҫмығын хирург үҙе энә менән ҡырҡһа, хәҙер процедураның был этабын фемтолазер үҙенә ала.  Тап ошо ҡоролмаларҙы ҡулланып Ғәлиә Фитрәт ҡыҙына операция яһалды. 15 минутлыҡ операциянан һуң, пацент та үҙен яҡшы тоя ине. Бындай операциялар бушлай яһала. Лазер һәм ультратауыш нурҙары ярҙамында дауалаусы яңы ҡоролмалар  балаларҙы ла, Ғәлиә Сәлихова кеүек өлкән йәштәгеләрҙе лә ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Сөнки улар эштең сифатын арттыра, операцияларҙың һөҙөмтәһе юғарыраҡ була. Элек хирургка бар этаптарҙы ла ҡулдан яһаһа, хәҙер был эште фемтолазер алмаштыра. Яңы ҡоролма хирургтың эшен еңеләйтеп кенә ҡалмай, ә күҙҙең йәрәхәтләнеүен кәметә һәм процедураның ваҡытын ҡыҫҡарта.Яңы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролма — фемтосекундлы лазерҙы һәм факоэмульсикатор Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән ҡуллана башлай. Ғөмүмән, беҙҙең офтальмологтарҙың эшен илдә, донъяла юғары баһалайҙар. Заман технологиялары күҙ ауырыуҙарына дусар булыусыларҙың һанын арттыра, тиҙәр. Әммә шул уҡ ваҡытта, тап ошо заман ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән яңынан-яңы дауалау алымдары медицина өлкәһендә киң ҡулланыш табып, кешегә ярҙамға килә.

Смотреть видео Вести недели - 23.04.17 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 23.04.17

7 часов 21 минута назад
Театр яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Театр яҙы

21 апреля 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика