Прямой эфир:

М5 трассаһының Башҡортостандан алыҫ түгел арауығында ҡот осҡос авария теркәлде

Усть Катав ҡалаһы тирәһендә ДАФ йөк автомобиленең тауҙан төшөп барғанда тормоздары сафтан сыға һәм ул бер йүнәлештә китеп барған икенсе йөк машинаһына һәм тағы ла еңел КИА, Хонда, ВАЗ Мицубиси һәм Форд автомобилдәренә бәрелә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәрҙең барыһы ла янып бөтә. ВАЗ автомобилендәге 4 кеше һәм Мицубисилағы ике кеше һәләк була. Аварияла зыян күргән башҡа юлсылар Усть Катав дауаханаһына оҙатылған.

Әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса аварияның төп сәбәбе- ДАФ йөк автомобиленең тормоздар системаһының  хәрәкәт ваҡытында сафтан сығыуы. Тикшереү эштәре әле лә дауам итә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика