Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Иран башлығы Хәсән Роухани осрашыуы үтәсәк

Ошо хаҡта дәүләт етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Роуханиҙың Башҡортостанға килеүе ысынлап та көтөлә. Һәм әле ике яҡлы осрашыуҙарҙы әҙерләү бара. БРИКС һәм ШОС саммиттары Өфөлә киләһе аҙнала үтәсәк. ШОС ойошмаһы ағзалары булып Рәсәй, Ғаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан иҫәпләнә. Күҙәтеүселәр статусы Әфғанстан, Һиндостан, Иран, Монголия, Пакистанға бирелгән. Партнерҙар сифатында Төркиә, Шри-Ланка, Белорусь сығыш яһай. БРИКС иһә Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Көнъяҡ  Африканы берләштерә.

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

3 часа 8 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика