Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә  билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. 10 сентябрь уға 72 йәш тулыр ине. Тантаналы сараға фоторәссамдың яҡын туғандары, хеҙмәттәштәре һәм ижадташ ду:тары  йыйылды. Рәсәйҙең  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов. Күптәр уны художестволы фотоһүрәт буйынса “башҡорт мәктәбенә” нигеҙ һалыусы  тип тә белә. Үткер күҙле фото оҫтаһы легендар эштәре менән Башҡортостанды бөтә донъяға танытты.  Уның ижадында республика тарихы, халҡы һәм әлеге тормошо тураһындағы фотокүргәҙмәләре һәм альбомдары айырым урын биләй. Уларҙың күбеһе Рәсәй сиктәрендә генә түгел,  сит ил экспозицияларына сығарылды. Рәмил Килмәмәмтовиың ижад өлгөләре  республиканың йәмәғәт тормошонда иң ҙур баһаға лайыҡ  ҡаҙаныш булып тора.



Яндекс.Метрика