Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек киңәйә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Һуңынан республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан етәкселеге Ҡаҙағстан делегация менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Сентябрь аҙағында Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанда булғайны. Был дәүләт менән Башҡортостанды электән тығыҙ хеҙмәттәшлек даирәләре берләштерә. Ике республика араһында иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт, гуманитар өлкәләрҙә килешеүҙәр бойомға ашырыла. Радий Хәбиров артабанғы берҙәм эш өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ, тип билдәләне. Осрашыуҙа ике республика араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. Эшлекле аралашыуҙарҙы нығытыр өсөн Нур-Солтан менән Өфө араһында чартер авиапрограммаһы ҡарала. Яҡтар Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында юл картаһы раҫланы. Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министрлығы һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкә әкимәте араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге өсөн сик транспорт үҙәктәрен үҫтереү тураһында килешеү, шулай уҡ Уральск менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөлдө. Был килешеүҙә Стәрлетамаҡтың һайланыуы осраҡлы түгел. Республикалар ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләренә ҡарап аралашыу даирәләрен артабан киңәйтергә иҫәп тота.