Башҡортостан киләсәктә йылына 5 миллион турист ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостан киләсәктә йылына 5 миллион турист ҡабул итергә әҙер

Ярты йылда иһә республикаға 1 миллион 900 мең сәйәхәтсе килгән. Төбәк менән танышыусылар медицина, йәғни, сәләмәтлек тармағын һайлай. Тимәк, улар шифаханаларға өҫтөнлөк бирә. “Ҡарағай” һауыҡтырыу комплексы ла үҙ мөмкинлеген киңәйтә. Яңыртылған дауалау-диагностика комплексы, теркәү үҙәге – былар республика көнөнә үҙенсәлекле бүләк. Мәсетле районындағы иң ҙур предприятие – Ҡарағай шифаханаһы хәҙер үҙ мөмкинлеген киңәйтә. Диагностикалау һәм дауалау өсөн тәғәйенләнгән 3 ҡатлы бина хәҙер Европа кимәлендәге клиникаларға тиң. Ҡарағай шифаханаһы Башҡортостан ғына түгел, ә Ырымбур, Силәбе, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр араһында ла киң билдәле. Бында республиканың төрлө райондарынан йыл һайын тиерлек килеүселәр байтаҡ. Шифахана йылдан-йыл үҙгәрә, ти ҡарағай урманының дауаһын, минераль һыуҙар шифаһын, табиптар ҡулының йомшаҡлығын белгән ял итеүселәр. Тиҙҙән “Ҡарағайҙы” танып булмаясаҡ. Шифаханала алып барылған төҙөкләндереү, биләмәне тәртипкә килтереү, заманса ҡорамалдар ҡайтарыу. Былар эштәрҙең тәүге аҙымы ғына. Тағы бер проект тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ҡарағайҙа 9 ҡатлы ял корпусы төҙөү проекты тикшерелә. Туҡлыҡлы ризыҡ, саф һауа, тыныслыҡ ҡына түгел. ҡарағайҙың һыуы йән сихәте, тән рәхәте. Яңылыҡтар бының менән генә бөтмәй. Ҡарағай үҙ серҙәрен асырға ашыҡмай. Шуға ла шифахана ял итергә теләүселәрҙең үҙҙәрен саҡырып, һаулығын нығытырға саҡыра.