Татарстан Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнәсәк | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Татарстан Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнәсәк

Татарстан Башҡортостандың сәнәғәт өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү тәжрибәһен ентекле өйрәнәсәк. Был турала күрше республика Президенты Рөстәм Миннеханов Өфөгә эш сәфәре барышында белдерҙе. “Рәсәй вертолеттары” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға совет рәйесе, РОСТЕХ дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, Татарстан башлығы Рөстәм Миңнеханов килде. Һауаға күтәрелгән самолеттың юлы ерҙән, дөрөҫөрәге уны йыйған урындан башлана. Сәнәғәттең үҙ талабы – һәр деталь төҙөк булырға тейеш. Элекке программист, ә хәҙер ҡатмарлы техника операторы Радмир Ғаймалов яңынан студент һурпаһын тәмләй. Ғинуарҙан башлап ул ОДК-УМПО үҙәгендә махсус белем ала. Быйыл августа асылған үҙәктең дөйөм майҙаны 15 мең квадрат метрға яҡын. 220 берәмек техника ябай өлгө генә түгел. Ул сәнәғәт циклында ҡулланылған аппаратура. Тағы ла шуныһы, уҡытыу үҙәге йылына 2 мең 100 белгес әҙерләй ала. Башҡортостан мөмкинлектәре менән Татарстан да һоҡлана, бәлки, хатта бер ни тиклем көнләшәлер ҙә. Сөнки, күрше республика Президенты Рөстәм Миннеханов Башҡортостан тәжрибәһен мотлаҡ өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә. Үҙ сиратында иһә Башҡортостан РОСТЕХ корпорацияһы менән бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлы. Республика башлығы Радий Хәбиров тәжрибәне уңышлы тип иҫәпләй. Машиналар эшләү тармағы әле эшсе һөнәр эйәләренә мохтаж. РОСТЕХ-тың Өфөләге уҡытыу үҙәге иһә был ҡытлыҡты хәл итеүҙең бер юлы. Иң мөһиме ул ваҡытты сарыфламаҫҡа, кисәге студенттарҙы квалафикациялы белгестәр итеп үҫтерергә ярҙам итә.