Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдарына инеү, “Орлан” поезы һәм ҡала-ара автобус маршруттарында йөрөү өсөн вакцинация үтеү тураһындағы сертификат, йә үткән ярты йылда ковид менән сирләү тураһындағы документ күрһәтергә кәрәк. Сикләүҙәр вакцинация буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүе менән бәйле. Сирлеләр һаны көндән-көн арта. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнгәйне. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырға килеүселәрҙең ҡайһы берәүҙәрҙәре сауҙа үҙәгенән кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр. Сәбәбе — коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүен раҫлаусы QR-код йәки һуңғы алты ай дауамында ауырымағанлығын раҫлаусы белешмә йәки сертификат булмауы. Ҡайһы берәүҙәрҙән һүгенеү һүҙҙәрен ишетеүҙе аңлап була, бындай сикләүҙәргә төрлө кешенең фекерә төрлөсә. Сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн вакцина эшләтеү йә иһә яңыраҡ мәкерле сир менән ауырыу тураһында белешмәне баҫтырып сығарып үҙең менән йөрөтөргә, шулай уҡ “Госуслуги” ҡушымтаһындағы QR-кодты күрһәтергә мөмкин. Һаҡсылар уны махсус ҡоролма ярҙамында ҡарай. Әлегә яңы ПЦР тест һөҙөмтәләрен дә күрһәтеп керергә мөмкин. Тик был ысул ваҡытлыса. Сөнки 27 октябрҙән тест иҫәпкә алынмаясаҡ. Республикала хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә арналған рейдтар аша сауҙа үҙәктәре яңы үҙгәрештәргә әҙер, тип әйтергә мөмкин. Сауҙа үҙәктәренән тыш, тиҙҙән музей, күргәҙмә залдары, китапхана, матурлыҡ һәм массаж салондары, СПА-салондар, солярий, мунса, сауна, физкультура-спорт комплекстары, фитнес-клуб, бассейн, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда ла QR-код талап ителәсәк. Шулай уҡ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яңы поезына билет алғанда ла белешмә кәрәк буласаҡ.Табиптар мотлаҡ вакцинация үтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Мәкерле сирҙең штамдары үҙгәреп тора. Шуға ла уға ҡаршы көрәштә тик вакцинация ғына һөҙөмтәле ысул булып ҡала.