Хәйерле иртә, республика! - 13.10.21 Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе! | Выпуск передачи ГТРК «Башкортостан»

Хәйерле иртә, республика! - 13.10.21 Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе!

Әңгәмәбеҙ бөгөн күсәр ҡоштар тураһында. Дөрөҫөрәге — Гриппус авиум – ҡош киҙеүе хаҡында. Башҡортостанда һуңғы тиҫтәләгән йылдарҙа тәүге тапҡыр ошо сир өлгөләре барлығы асыҡланды. Дауалап буласаҡмы ҡош-ҡортто, йә иһә республика алдағы осорҙа бөтөнләй ҡаҙ-өйрәкһеҙ, тауыҡ-күркәһеҙ ҡаласаҡмы? Әңгәмә ошо турала. Студия эксперты — Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтенең малдарҙы дәүләт күҙәтеүе буйынса бүлек етәксеһе Линар Ибраһим улы Йыһаншин.