Дуҫлыҡ Монументы янында ер аҫты үткәүеле асылды

Дуҫлыҡ Монументы янында ер аҫты үткәүеле асылды

Ҡала халҡы был мөһим ҡоролманың сафҡа инеүен күптән көтә ине. Хәҙер был урында светофор кәрәкмәй. Киң автомобиль юлын үтеү йәйәүлеләр өсөн айырыуса хәүефле. Транспорт ағымы көслө булыу сәбәпле,  светофор ҡабынғанын 3 минут көтөргә тура килә ине. Ер аҫты үткәүеле аша сығыу юлдары икәү: береһе яр буйына , икенсеһе — йәмәғәт транспорты туҡталышына. Ҡоролманың оҙонлоғо — 110 метр, киңлеге — биш, бейеклеге — 2, 33метр тирәһе. Объект видеокүҙәтеү камералары, заманса яҡтыртыу һәм коляскала йөрөүселәр өсөн махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ яр буйындағы тирә-яҡты күҙәтеү майҙаны ла ипкә килтерелгән.