Сир үткәргәндәрҙең сертификаты күпме ваҡыт ғәмәлдә

  • Сир үткәргәндәрҙең сертификаты күпме ваҡыт ғәмәлдә | ГТРК «Башкортостан»
Рәсәйҙә COVID-19-ҙы үткәреү тураһында сертификаттың ғәмәлдә ҡалыу ваҡытын бер йылға тиклем оҙайтыуҙары мөмкин.

Бындай тәҡдимде вице-премьер Татьяна Голикова индерҙе.

Мәғлүмәт агентлыҡтары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың вице-премьер Татьяна Голикованың коронавируслы инфекция үткәргәндән һуң сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡытын бер йылға тиклем оҙайтырға тигән тәҡдимен хуплауы тураһында хәбәр итте.

Бынан алда Голикова хөкүмәт ағазалары менән кәңәшмәлә Рәсәйҙә ҡабаттан коронавирус йоҡторғандарҙың өлөшө уларҙың дөйөм һанынан 0,74% тәшкил итеүен билдәләне. Шуға бәйле  сертификаттарҙың ғәмәлдәге ваҡытын ярты йылдан бер йылға тиклем оҙайтыу отошло, тигән фекерҙә Голикова.