Был көндө билдәләү тураһындағы ҡарарға илдең тәүге президенты Борис Ельцин 1993-сө йылда ҡул ҡуя. Быйыл көн болотлап, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан йола буйынса сара Салауат Юлаев майҙанында үтте.
Майҙанға килгән йәштәр матур флешмобта берләште. Дәртле музыкаға берҙәм хәрәкәттәр йәштәр берҙәм булырға тейешлегенә ишара. Тәү сиратта насар ғәҙәттәрҙән ситләшеп, спорт, әүҙем тормош алып барыу йәһәтенән. Шуға ла байрам сиктәрендә беренсе тапҡыр урам спортыны сығыштары ла күрһәтелде. Воркаут, кроссфит, мотоджимхана –быларҙың барыһы ла хәҙерге заман йәштәренең яратҡан шөғөлдәренә әйләнергә тейеш, тигән фекерҙе байрамға килеүселәргә еткереүҙе ойоштороусылар тәүмаҡсат иткән.
Әлбиттә, хәҙерге заман йәштәре спорт менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалмай. Майҙанда урын алған бай экспозициялар ошоно дәлилләй. Ғәҙәти булмаған әйберҙәр күргәҙмәһендә халыҡ һирәк осрай торған биҙәүестәр, сувенирҙар алып һөйөндө.
Майҙанға меңдәрсә халыҡ йыйылған. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, оло йәштәгеләр ҙә байрамға килгән. Һауа торошоноң боҙолоуы ла күңелле итеп ял итергә ҡамасауламай.
Бөгөн майҙанға килеүселәрҙең күбеһе ангина менән сирләүе лә ихтимал. Сөнки байрамды ойоштороусылар үҙенсәлекле бәйгеләр рәтенә тиҙлеккә туңдырма ашауҙы ла индергән. Бер нимәнәнән дә ҡурҡмаған һәм үҙҙәренә сик ҡуймаған йәштәр байрамдың бар йәмен тойорға ашыҡты.Шулай уҡ йәштәр төркөмдәре концерт программаһы менән сығыш яһаһа, КВН командалары күңелле тамашалар менән байрамға килеүселәрҙең күңелен күтәрҙе. Бөтә Рәсәй йәштәр көнө республиканың билдәле ди-джейҙары үткәргән дискотека менән тамамланды.