Өфөлә уникаль объект ишектәрен аса

Төҙөлөш эштәре барышы менән Радий Хәбиров танышты.

Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә уникаль объекттарҙың береһе — Көрәш һарайы тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Көрәш һарайы төҙөү бынан биш йыл элек башланғайны. Башҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндө-31 август ул тантаналы шарттарҙа асыласаҡ. Октябрҙә үҙәктә "Рәсәй-спорт державаһы" халыҡ-ара форумы үтәсәк.