Ил Президенты Владимир Путин 2025 йылда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Йылды үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнде.Ватанды һаҡлаусылар йылы тарихи хәтерҙе һаҡлау, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ветерандарға рәхмәт белдереү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын таныу маҡсатында уҙғарыла. Башҡортостанда 2025 йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылы тип иғлан ителде.
2025 Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы
2025 Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы