Страховкалау баҙарында яңы үҙгәрештәр

 Рәсәй банкы ҡулланыусылар баҙарына ОСАГО килешеүен төҙөү менән шөғөлләнгән иң ҙур ойошмаларҙың береһе – Росгострах йәмғиәтен кире ҡайтарҙы. Әммә, Үҙәк банк был ойошманың эшмәкәрлеген айырым күҙәтеүгә аласаҡ. Росгострах тарафынан ҡануниәт боҙоу осраҡтары тураһында Үҙәк банктың он лайн ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.

Страховкалау компанияһының офистары янында һәр ваҡыттағыса сират. Кемдер белгестәргә эләгеү өсөн иртә таңдан ишек төбөн һаҡлай, күптәр был эштең һөҙөмтәһеҙ тамамланасағына ышана. Алдан яҙылыуҙың да файҙаһы юҡ. ОСАГО хеҙмәттәрен күрһәтеүселәр бары тик эре компаниялар вәкилдәрен генә ҡабул итә. 

Илдар Хәмәтйәров та был сиратты ҙур һынауға тиңләй. Быға тиклем Рәсәйҙәге иң эре страховкалау фирмаһының хоҡуҡтарын сикләү арҡаһында, водитель башҡа ойошмаларға ла мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әммә асыҡланыуынса,улары ла граждандар мөрәжәғәттәрен ваҡытында үтәй алмай.  Рәсәйҙәге иң эре страховкалау компанияһын ошондай яҙмыш көтөүен күптәр алдан фаразлай. Профессиональ юрист Алексей Ополченовта, мәҫәлән, Өфөләге офистарҙың береһендә төшөргән видеояҙманы күрһәтә. Бында ойошма хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә хеҙмәт – тормошто старховкалау тәҡдимен көсләп таға. Ойошманың эшмәкәрлегенә дәғүә белдереп, судҡа мөрәжәғәт итеүселәр араһында Алексей Ополченов та бар. Ил буйынса ошондай ике меңдән ашыу ғариза алынғандан һуң Үҙәк Банк Россгострахҡа был баҙарҙағы эшмәкәрлекте көйләүҙе талап итте. Офистарҙағы сиратты күптәр ойошманың хоҡуҡтарын сикләүгә бәйләй. 

Подпишитесь на наш Telegram-канал