Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә үҙләштерелергә тейеш яңы тармаҡтар иҫәбендә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 2010 йылға тиклем туристар өсөн ябыҡ ине. Рәсәй Думаһы тарафынан ҡурсаулыҡ сиктәрендә  экотуризмдың бер төрө — танып белеү туризмын үҫтереүгә рөхсәт бирелгәс, халыҡты  ҡабул итеү, ял өсөн шарттар тыуҙырыу һәм ҡурсаулыҡтың территорияһын матурлау өҫтөндә эш йәнләнә төшә.  Алтайҙан килтерелгән маралдар үрсетеүгә һәм туристик маршруттар төҙөүгә айырыуса иғтибар бирелә. Урта быуаттың күренекле ғалимы энциклопедист Әл-Бируни IX быуатта уҡ Башһырт тауҙары хаҡында яҙып ҡалдырған. Тап шулай тип аталған туристик һуҡмаҡты ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ғалим төшөргән тарихи-этнографик картаға таянып төҙөй. “Башһырт”тан башҡа тағы ла биш төрлө туристик һуҡмаҡ бар бында. Шуларҙың береһе Буранбай сәсәндең яҙмышы менән бәйле. Милләтебеҙҙең Себергә һөргөнгә оҙатылған ир-егеттәре, ысынында иһә, Урал тауҙарындағы  хром рудаһы ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнашҡан. Башҡорт ҡурсаулығы территорияһында улар ҡаҙған  шахталар һәм шурфтар һаҡланған. Бөрйән районының тәбиғәте агротуризмды үҫтереү өсөн дә мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Башҡортостандың төп тарихи ҡомартҡыларын күрергә килеүсе туристар ерле халыҡтың йәшәйеше менән дә таныша алырға, ауыл шарттарында йәшәп ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Был юҫыҡта эшләй башлаған “Олоғужан” туристик  туҡталҡаһының эшәмәкәрлеген хәҙер уңышлы өлгө,тип баһаларға мөмкин. Бында туҡтаған туристар үҙҙәре ҡыуыш ҡороп та, уңайлыҡтары булған ауыл өйҙәрендә лә йәшәй ала. Туҡланыу мәсьәләһен дә хужалар ыңғай хәл иткән. Шулай ҙа үҙенсәлектәре өсөн  туҡталҡаға әлегә бик һирәктәр ял итергә килә. Ағиҙелдә йөҙөү өсөн кәмәләр, катамарандар, башҡа кәрәк-яраҡтар, спорт майҙансыҡтары һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙың мәнфәғәтендә. Тарихи урындар, таҙа һәм күркәм тәбиғәт, саф һауа – былар барыһы ла  туристарҙы ҡыҙыҡтыра. Шулай ҙа, уларҙы ҡабул итеү һәм ялын ойоштороу юҫығында эшләнәһе эштәр әлегә бихисап.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика