18-21-се июндә Салауат районында ,,Көйҙөрөлгән хаттар,, тип исемләнгән хәрби-патриотик йыр фестивале ойошторола.

 Халыҡ-ара кимәлдә иғлан ителгән был киң сара быйыл дүртенсе тапҡыр үтә һәм ойоштороусылар тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Хәрби-патриотик йыр фестиваленең маҡсаты — автор йырҙарын тыңлап, йырсыларҙың башҡарыу һәләтен баһалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Дуҫтар менән аралашыу, хәтирәләр уртаҡлашыу, бергәләп күңел асыу байрамы ла ул. Тап шундай күмәк саралар аша үҫеп килгән быуын күңелендә ил яҙмышына иғтибар тәрбиәләү мөһим, ти Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. „Көйҙөрөлгән хаттар„  фестивале тәүге тапҡыр үткән мәлдән алып унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны йылдан-йыл арта. Әҙерлек барышында йыр башҡарыусылар, авторҙар ғына түгел, сараны ойоштороуҙа ярҙам  итергә теләүселәр ҙә барлана, ғөмүмән, фестивалдә элек ҡатнашыусылар менән даими бәйләнеш һаҡлана. Ошоға оҡшаш йыр бәйгеләрен башҡа төбәктәрҙә лә үткәреү йолаға әүерелгән. Әйткәндәй, йырҙар, башҡарыу оҫталығы, башҡарыусыларҙың һаны буйынса сикләүҙәр юҡ, фестивалгә теләгән бер кеше килә ала. Хәрби бурысына тоғро ҡалған һалдаттар, тыуған ил именлеге һәм тыныслыҡ өсөн ғүмерен ҡорбан ҡылған яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштереү, һуғыш ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы борсоған мәсьәләләргә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү һәм йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү — „Көйҙөрөлгән хаттар„ фестивале ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашыра.  

Подпишитесь на нас в Пульс