Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер

Тулыраҡ: Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер

Баш ҡала ил етәкселәренән тыш, бизнес вәкилдәрен дә ҡабул итәсәк. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Өфөлә 7 ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырылды. Ҡунаҡханаларҙың береһе бөгөн асылды. 5 йондоҙло Шератон отеле менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Шератон ҡунаҡһанаһы 9 ҡаттан тора. Уңайлы булһын өсөн һәр бер ҡатта 30-ған бүлмә бар. Дөйөм алғанда ҡунаҡханала 160-тан ашыу бүлмә урынлашҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре ил башлыҡтары өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов шундай бүлмәләрҙең береһен ҡараны һәм ундағы уңайлыҡтар менән ҡәнәғәт ҡалды. Барлыҡ ҡунаҡханалар ҙа, шул иҫәптән Шератон, инвесторҙар иҫәбенә төҙөлдө. Был маҡсатта бизнес вәкилдәре 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтте. Төҙөлөш эштәрендә Рәсәй материалдары ҡулланылған.