Шәрем әл Шәйехтәге ҡунаҡханаларҙың береһе балконынан ҡолап төшкән ир кеше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәләгә тарыған юлсыны күсереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым самолеты талап ителә. Марина Харина хәҙер икенсе аҙна дарыуҙар ярҙамында ғына йәшәй. Уның тормош иптәше, 27 йәшлек Вячеслав Мысырҙағы ялдың һуңғы көнөндә бәләгә тарый. Марина йоҡлар алдынан йыуыныу бүлмәһенә инеп киткәс, ниндәйҙер тауыш ишетеп кире сыға. Был ваҡытта Вячеслав балкондан осоп төшкән була. Уның башы йәрәхәтләнеп, мейеһенә ҡан һауған. Ауырыу яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Мысыр табиптары Өфөнән килгән Вячеславҡа операция яһауҙан баш тартҡан. Бәләгә тарыған ир кешенең туғандары Рәсәй етәкселегенә махсус борт бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт итһә лә, әлегә яуап юҡ. Вячеслав янында уның әсәһе. Тик сирленең хәле көндән-көн ҡатмарлаша. Уның хәле ауырайғандан ауырая. Вячеславтың страховкалау суммаһы ла тамамлана. Егерме мең евро клиникала дауалауҙың 10 көнө өсөн тотонолған. Уны артабан дауалау өсөн ҡазаға тарыған ирҙең туғандары аҡса түләргә бурыслы. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы махсус рейс бүлерме, юҡмы билдәле түгел. Был мәсьәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Сөнки дауалау өсөн аҡса түләнмәгән осраҡта Вячеслав Харинды Мысырҙан сығармауҙары ла ихтимал.
Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар
Тулыраҡ: Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар