Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

  • Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға, реклама таҡталарын күсерергә һәм светофорҙарҙы яңыртырға тейеш. Бынан тыш, юлға 8 йыллыҡ гарантия булыуы  ла мотлаҡ. Ошо арауыҡта асфальт боҙолһа, юлсылар уны үҙ аҡсаһына төҙәтергә бурыслы.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан хоккейсылары Ҡытайҙа | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хоккейсылары Ҡытайҙа

Башҡортостандың йәш хоккейсылары яңы үрҙәр яулай. Туймазы ҡалаһының “Девон” хоккей командаһы Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында был дәүләттең  хоккей буйынса балалар йыйылма командаһы менән дуҫтарса уйын үткәрҙе. Осрашыу Рәсәйҙә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһында хеҙмәттәшлекте һәм балалар хоккейын...

15 июня 2018
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә – табиптар | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә – табиптар

Республика башлығы медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан  ошо өлкәлә тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. Йыл һайын июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Республиканың иң яҡшы табиптары бәйгеһе йомғағы ла ошо датаға ҡарай...

15 июня 2018
Смотреть видео Изгеләрҙән-изге байрам | ГТРК «Башкортостан»

Изгеләрҙән-изге байрам

Бөгөн Ураҙа ғәйете билдәләнә. Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан баш ҡаланың Ләлә мәсетендә мосолмандар йыйылып намаҙ уҡыны. Тәүлегенә 20 сәғәткә яҡын һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ тороп, ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән изге байрамды оҙатырға бөтә халыҡ иртәнсәк мәсеткә йыйылды. Байрам намаҙын уҡып,...

15 июня 2018
Смотреть видео Балаларҙы майҙансыҡһыҙ ҡалдырмағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Балаларҙы майҙансыҡһыҙ ҡалдырмағыҙ

Өфө ҡалаһы микрорайондарында тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән һәм әлеге ваҡытҡа тиклем республикала  берҙән-бер һаналған территориаль-йәмғиәт үҙидаралығы етәкселәре һәм ағзалары борсолоулы хәлгә тарыған. 2012 йылдан  алып бөтә мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итеп килгән ойошма үҙ көстәре менән...

14 июня 2018
Смотреть видео Ауыл хужалығы министрлығында икенсегә эшкәртелмәгән һөттөң хаҡын билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл хужалығы министрлығында икенсегә эшкәртелмәгән һөттөң хаҡын билдәләү буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әле халыҡтан һәм хужалыҡтарҙан һөттөң бер килограмын 19 һум менән һатып алалар. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа аҙыраҡ. Эксперттар аңлатыуынса, Рәсәй баҙарына күпләп киптерелгән һөт индерә башлағандар, шуға күрә һөткә хаҡ төшкән. Ошо сығымдарҙы ҡаплау...

14 июня 2018
Смотреть видео Журфест - 2018 | ГТРК «Башкортостан»

Журфест - 2018

Бөгөн Башҡортостанда Журналистар фестивале үтә. Уның төп темаһы — «Милли матбуғат - телде, мәҙәниәтте, этносты һаҡлау ҡоралы». Һабантуй формаһында уҙғарылған сара быйыл Ҡариҙел районында Павловка һыу һаҡлағысы буйында ойошторолдо. Беҙҙең ижади төркөм дә унда ҡатнаша.

14 июня 2018
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан парламенты 5-се саҡырылыштағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостан парламенты 5-се саҡырылыштағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Тәүҙә ултырышта илленән ашыу закон проекты ҡаралды. Улар араһында республика ҡаҙнаһына ҡағылышлылары ла бар ине.  Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаттары шулай уҡ, юлдар торошо, граждандарҙың һаулығы, медицина, тарихи һәйкәлдәр, ҡомартҡылар хәле, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы, мәҙәниәт...

14 июня 2018
Смотреть видео Ҡором ҡолдары | ГТРК «Башкортостан»

Ҡором ҡолдары

Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе күмер туҙаны баҫа. Халыҡ ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләп аптырай. Йөк ташыу портының башҡа ваҡытта тәүлек әйләнәһенә асыҡ ҡапҡалары – бикле. Халыҡ   Нижегородка биҫтәһенең  5-6 урамын ҡаплап алған күмер туҙаны менән нисек көрәшергә белмәй аптырай....

14 июня 2018
Смотреть видео Рәсәй-Ҡытай медицина конгрессы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Ҡытай медицина конгрессы

Өфөгә донъяның иң алдынғы кардиологтары йыйылды. Әлеге минуттарҙа конргесс-холл бинаһында йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса Беренсе Рәсәй-Ҡытай медицина конгрессы үтә.

14 июня 2018
Смотреть видео Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа иҡтисади форумы йомғаҡтары

Рәсәйҙәге тәүге ҡымыҙ киптереү цехы, роботлаштырылған малсылыҡ комплексы һәм цемент заводы. Башҡортостандың Урал аръяғы менән Рәсәй генә түгел сит ил инвесторҙары ла ҡыҙыҡһына башланы. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән иҡтисади форумда тағы ла бер нисә яңы проектҡа нигеҙ һалынды. Киң далалы Баймаҡ ере. Ул...

13 июня 2018
Яндекс.Метрика