Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттары һәм тағы ла ете ил Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереүе ихтимал. Был турала Американың финанстар министры Джейкоб Лью белдергән. Барак Обама һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡораллы көстәре Украинаның мөстәҡиллегенә янай. Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм Украина биләмәһендә рәсәй хәрбиҙәре юҡ тип раҫлай. Украина көстәре Донецк аэропортын утҡа тотҡан. Донецк халыҡ республикаһының оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, аэропортҡа илткән юлдар ҙа ут эсендә ҡалған. Ошо сәбәпле эргә-тирәләге күп ҡатлы йорттарға ут ҡапҡан. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Мерс коронавирусынан һәләк булыусылар көндән-көн арта бара. РИА новости агентлығы хәбәр итеүенсә, 444 кеше вафат булған. Үлемесле сирҙе йоҡтороуҙың 1 мең 200 осрағы асыҡланған. Рәсәй үҙәк банкы инвест-экобанк, социаль коммерция банкы һәм евроинвест банктарының лицензияларын алды. Улар хәүефле кредит сәйәсәте алып барған, кредиторҙар алдында үҙ бурыстарын ваҡытында үтәмәгән. Евроинвест банкы енәйәтсел юл менән алынған килемделегалләштереүгә ҡаршы тороу ҡануниәтен боҙған.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял һәм байрам көндәрендә эскән килеш руль артына ултырыусылар, айырыуса, күп булыуын асыҡлаған.  Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир  Севастьянов  “Рәсәй” медиа-үҙәгендә хәбәрселәр...

7 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды

Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция  август аҙағына тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү...

6 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда ял көндәрендә генә 12 кеше һыуға батып һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ял көндәрендә генә 12 кеше һыуға батып һәләк булған

Өс кешенең кәүҙәһе әле булһа табылмаған. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, фажиғәләрҙең төп сәбәбе-билдәләнмәгән урында һыу инеү. Шулай уҡ күптәр һыуға ҡыҙмаса булып алғандан һуң төшә. Һыу буйында ата-әсәләр ҙә уяулыҡты юғалта. Шаран районында һыу инеү рөхсәт ителмәгән быуала 13 йәшлек ике ҡыҙҙың...

6 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда бер аҙ һыуытты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бер аҙ һыуытты

30 градуслыҡ томра эҫенән һуң күптәр, ысын мәғәнәһендә, тын алып ҡалды тигәндәй. Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, төндәрен 9-14 градус ҡына йылы буласаҡ. Көндөҙ 19-26 градус. Айырым райондарҙа ямғыр яуыуы ихтимал. Июль уртаһынан тағы ла эҫетә башлай-30 градусҡа тиклем. Быйылғы ҡоро...

6 июля 2021
Смотреть видео Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә

 Сит илдән киләсәк  умартасылар Иглин районы Иваново-Казанка ауылында түмәр умарталар урынлашҡан майҙанда ла буласаҡ. Бер түмәр умартаһынан нисә килограмм солоҡ балы сыға? Конгресста ҡатнашыусыларҙы нимә көтә? Солоҡтоң ҡапҡасы япраҡтар менән ябыла. Ул ҡояш нурҙарынан, ел-дауылдан,...

6 июля 2021
Смотреть видео Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында

Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ил буйынса барлыҡ филиалдары ла Өфөлә үткән Фольклориаданы яҡтыртыуға әүҙем ҡушылды. Беҙҙең телерадиокомпания уның сиктәрендә үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла телевизор ҡараусыларға күрһәтеп барасаҡ. Һәр кем телевизорҙан булһынмы,...

6 июля 2021
Яндекс.Метрика