Тиҙҙән умартасыларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе махсус ведомство ойошторола

Рәсәй коммунистар партияһы депутаттары төркөмө Дәүләт Думаһы ҡарамағына „Умартасылыҡ тураһында„ федераль закон проектын тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы документты быйыл яҙғы сессия тамамланғансы тикшерергә тейеш.  Риф Ғимәлетдин улы 20 йылдан ашыу тик умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ошо арауыҡ эсендә бал кәсебенең бар нескәлектәрен өйрәнеп, бөжәктәрҙең хатта кәйефен асыҡларға күнеккән. Умартасы эшен ҡәҙимге көн менән ялға бүлеп ҡарамай Шәүәлиеәтар. 16 йәшлек Ринат та умартасылыҡҡа әүәҫ.  Шәүәлиевтар 100 умартанан йыл һайын 2 тонналап бал һурҙыртып ала. Республика кимәлендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамынан башҡа эшләүе еңел түгел. Бөгөн балды һатыу мәсьәләһе киҫкен тора, ти умартасы.1969-сы йылда умартасылыҡ совхозы ойошторолғандан алып  был кәсеп Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡының яратҡан шөғөлөнә әүерелгән. Әлеге көндә 80 кеше өсөн йорт бөжәктәрен үрсетеп, бал һатыу төп килем сығанағы. Иглин районының умартасылар йәмғиәте рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов әйтеүенсә, улар тармаҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһынып тора, яңы тәҡдим ителгән закон проекты хаҡында ла инде хәбәрҙар.Быйыл апрель айында Рәсәй умартасылары парламент вәкилдәре менән осрашыуҙа күсереп килтергән ҡорттар мәсьәләһен күтәреп, уларҙың уртарус бал ҡорто генофондына хәүеф менән янауын билдәләгәйне. Рәсәй коммунистар партияһы тарафынан тәҡдим ителгән закон проекты ошо һөйләшеү һөҙөмтәләре нигеҙендә лә барлыҡҡа килде. Партияның Башҡортостан бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин белдереүенсә, умартасылыҡ тураһында федераль кимәлдәге закон бөгөн тармаҡтың башҡа көнүҙәк мәсьәләләрен дә хәл итергә тейеш.  Яңы закон проекты Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре, шул иҫәптән беҙҙең республикала  ла эшләп килгән  документтарға ҡаршы килмәй, киреһенсә, урындарҙа тупланған тәжрибә һөҙөмтәләре нигеҙендә тәҡдимдәр индерелә. Умартасылыҡ тураһындағы закон проекты бал һәм тармаҡтың башҡа төр ризыҡтарын дәүләт ихтыяждары өсөн һатып алыу, умартасыларҙың бал ҡорттарын фермерҙар менән берлектә баҫыуҙа файҙаланыу, үҫемлектәр өсөн һәм ҡоротҡостарға ҡаршы химик матдәләр ҡулланыуҙы сикләү, бал ризыҡтарының сифатын тикшереү, ялған бал һатыуҙы иҫкәртеү кеүек һәм умартасылыҡ тармағының эшмәкәрлеген көйләүсе башҡа мөһим ҡағиҙәләрҙе рәсмиләштерә.Эшмәкәрлегендә дәүләт ярҙамын тойған Башҡортостан умартасылары ла Рәсәй кимәлендә ҡабул ителәсәк закон проектын ҙур өмөттәр менән көтә. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

10 часов 53 минуты назад
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

10 часов 53 минуты назад
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

10 часов 54 минуты назад
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

10 часов 54 минуты назад
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Смотреть видео Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды

Махсус техника  ”Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә  Рәсәй көнө уңайынан тапшырылды. Алты модернизацияланған автоцистерна   Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө, Белорет, Нуриман, Туймазы райондарына юлланасаҡ. Йыл башынан  алып  республика...

15 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “...

15 июня 2021
Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Яндекс.Метрика