Дыуан районы Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән Рахманғоловтар тамырҙарын барларға йыйылды

Йәмле йәй етеү менән республиканың бик күп ауылдарында халыҡ байрамына әүерелгән Шәжәрә байрамдары ойошторола башланы. Рәмилә Рахманғолова үҙенең ете быуын шәжәрәһен белә. Шәжәрә  ағасын ул атаһынан, башҡа өлкән туғандарынан һорашып төҙөй, был эшкә бер туған һеңлеһен дә йәлеп итә. Шулай итеп, балалар һәм ололар ҡасандыр йыйын йыйып, ырыу ҡотон һаҡлауға, туғанлыҡ ептәрен тергеҙеүгә өлгәшә.Байрамдың рәсми өлөшө Арый ауылы мәктәбенең сәхнәһендә башланды. Шәжәрәң юҡ икән – төҙө, төҙөһәң – өйрән, өйрәнһәң – нәҫелдәреңә тарат, тип өндәүсе Рахманғоловтар тоҡомо йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Телде, рухты һаҡлап ҡалыуҙа милли мәҙәниәттең ҙур урын биләүен күрһәтте.Илгиз, тормош иптәше Илүзә менән былтыр “Байыҡ” республика бейеү бәйгеһендә гран-при яулаусылар. Тоҡомдоң ғорурлығы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раяф Ғәйнетдинов та байрамдан ситтә ҡалмаған. Дәрәжәле хәрбиҙәрҙең, фән  һәм мәҙәниәт даирәһендә уңыш ҡаҙанған туғандарҙың, төрлө өлкәләрҙә маҡталып хеҙмәт иткән тоҡомдаштарҙың  осрашыуы — ырыуҙың Ағинәйе – Зәлифә Сисанбай ҡыҙының теләге.Байрам хөрмәтенә Әнйәк йылғаһы буйына тирмә ҡоролдо. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап, самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп аралашыу һәр кеменә танһыҡ ине. Ике йөҙ йылдан  ашыу тарихы  бар Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән аҫаба башҡорттар нәҡ ошо көндә тыуған ерендә, нәҫел тамырҙарын һанлап, туғанлыҡ тойғоларын кисереүҙәренә һөйөндө. Нәҫел-нәсәпте барлағанда борондан ололарҙың иңенә ике бурыс йөкмәтелгән: беренсенән, быуындар бәйләнешен булдырыу, икенсенән, тыуғандар араһындағы никахтарға юл ҡуймау. Мөлкәт ауылы халҡы беренсе тапҡыр шәжәрә байрамын үткәреп ошо ике бурысты атҡарыуға юл асты.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

 12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм...

10 июня 2021
Смотреть видео “Киң минең тыуған илем” телемарафоны | ГТРК «Башкортостан»

“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм...

10 июня 2021
Смотреть видео Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария | ГТРК «Башкортостан»

Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән авария

Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең мотоциклисты ғәҙәти булмаған күренеш менән туҡтатыу буйынса Эске Эштәр министрлығында тикшереү эштәре башланды. Мотоциклист һәм патруль машинаһы менән килеп сыҡҡан авария интернет киңлектәрендә таралып,  ике төрлө фекер тыуҙырғайны. Был видеоны авария...

10 июня 2021
Смотреть видео Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә  һанаулы ғына.  Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең  эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин...

10 июня 2021
Смотреть видео Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле

Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған....

10 июня 2021
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын...

10 июня 2021
Смотреть видео 91 йәшлек балыҡсы | ГТРК «Башкортостан»

91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын...

9 июня 2021
Смотреть видео Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки...

9 июня 2021
Смотреть видео Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? | ГТРК «Башкортостан»

Вәлиди урамы һәм С. Юлаев проспектында юл сиселеше ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты юл үткәүелендә төҙөүселәр өрлөк һалып сығып башҡа эштәргә тотондо. Сафҡа инәсәк объект күпкә киңерәк буласаҡ. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы транспорт сиселешендә эш бер көнгә лә туҡтамай. Майҙансыҡта 80 кеше эшләй, 15...

9 июня 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары...

9 июня 2021
Яндекс.Метрика