Сит илдәрҙән ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе сикләү үҙебеҙҙә етештереүҙе, тотош ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фараздарҙы ишетергә мөмкин. Бындай шарттарҙа урта һәм кесе предприятиеларға еңел түгел. Шуға ҡарамаҫтан, улар донъя иҡтисадындағы тартҡылаштың ыңғай яҡтарын күреп ҡалырға тырыша. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҙур булмаған ит етештереү предприятиеларыныың береһендә булып, уның көрсөк шарттарына нисек яраҡлашыуы менән ҡыҙыҡһынды. Дыуан районының Ҡаракүл ауылы янында урынлашҡан ит комбинатының эшләү тарихы әлегә бик аҙ. Шулай ҙа Башҡортостандың башлыса төньяҡ район-ҡалаларын һәм күрше өлекәләрҙең ит баҙарында үҙ урынын яулап өлгөргән дә инде.Комбинат сеймалды ситтән һатып алмай- хужалыҡтың үҙенең фермаһы бар. Һыйыр малдарынан, сусҡанан башҡа, тағы ла тик ит өсөн тәғәйен 600 баш йылҡы аҫырала. Үҙ ереңдә, үҙ малыңды үрсетеп, ит ризыҡтарын етештереү сығымдарҙы кәметергә һәм ҡатмарлы иҡтисади һынауҙарҙы үтеү мөмкинлеген бирә. Үҙ сеймалын ҡулланған комбинат шулай уҡ сифатты ла етди күҙәтеүгә алған.Комбинат асылыу менән яҡын-тирәлә урынлашҡан ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Бында 50-ләп хеҙмәткәр эшләй. Проект буйынса, тәүлегенә 2 тонна ит етештереү планлаштырылһа, әлегә күрһәткестәр 1,5 тонна. Быйыл көҙгә хужалыҡта мал башын арттырырға һәм тағы ла яңы эш урындары булдырырға ниәтләйҙәр. Комбинаттың эшмәкәрлеге тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Мәҫәлән ошо Германиянан алып ҡайтҡан Килия аппараты колбаса өсөн туралған итте тигеҙ итеп иҙеү өсөн ҡулланыла. Ҡул көсөн кәметеү, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү һәм продукцияға хаҡтарҙың тотороҡлоғон тәьмин итеүгә ынтылалар хужалыҡта. Комбинат коллективы йәш булыуына ҡарамаҫтан ил кимәлендә танылыу яулаған. Мәскәүҙә үткәрелгән “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ике йыл рәттән еңеүсе тип табыла. Ә бөтә етештерелгән продукцияның бишеһе “Башҡортостан продукты” исеме аҫтында һатыла.
Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙың ыңғай яҡтары
Тулыраҡ: Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙың ыңғай яҡтары