Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә үтте

Ултырышты Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы. Унда районды аяҡҡа баҫтырыу буйынса план тикшерелде һәм бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Тәүҙә иһә республика хөкүмәте делегацияһы төбәктәге проблемалар менән танышты.  Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарын Ағиҙел аша аҫмалы күпер тоташтыра. Ул бер нисә йыл элек һалынған һәм хәҙер хәүеф тыуҙыра. Йыл да кешеләр күпер емерелеп төшмәһен өсөн өмә ойоштороп, төҙөкләндереп тора. Тик, былай оҙаҡ йылдар дауам итә алмай, тип борсола ауыл халҡы.  Ошондай уҡ хәл Нәби ауылында ла күҙәтелә. Халыҡ бер нисә йыл иҫке күперҙән йөрөргә мәжбүр. Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарынан айырмалы бында яңы күпер һалына башлаған. Төҙөүселәр бетон бағаналарын ултыртып сыҡҡан. Планға ярашлы, яңы күперҙең киңлеге автомобиль үтерлек итеп 4 метрҙан ашыу буласаҡ һәм ул тиҙҙән сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. Нәбиҙә мәктәп мәсьәләһе лә киҫкен тора. Балалар емерелеп барған ағас бинала уҡырға мәжбүр. Район үҙәгендә лә мәғариф учреждениелары менән проблема бар. Иҫке Собханғол ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡышын мейес яғып кластарҙы йылыталар. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тағы бер нисә йыл кәрәк буласаҡ. Әле яңы бинаның проекты әҙерләнә. Иҫке Собханғол һәм башҡа ауылдарҙан уҡыусыларҙы алып килеп уҡытыу өсөн Бөрйән үҙәгендә урта белем биреү мәктәбе төҙөкләндерелә һәм интернат төҙөлә. 120 урынға иҫәпләнгән бина 2016 йылда сафҡа инәсәк. Был обьекттар күп мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, ти белгестәр. Бөрйәндә туризмды үҫтереү кәрәклеге бер нисә йыл ҡуҙғатыла һәм ниһәйәт һөҙөмтәләр күренә башланы. Һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар арҡаһында туристар һаны артҡан. Шулай уҡ, районға тармаҡты үҫтереү өсөн федераль ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары райондың үҫешен тәьмин итә алырлыҡ тағы бер тармаҡҡа туҡталды. Әммә, ул йүнәлештә лә хәл итәһе мәсьәләләр бар.Бөрйән – урмандарға бай төбәк. Район биләмәһенең 80 проценттан ашыуын ағастар ҡаплаған. Урындағы бюджетты тулыландырыу һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү өсөн урман хужалығын үҫтереү зарур. Тик, иҡтисади көрсөк арҡаһында ойошмалар туҡтап ҡалған. Кәңәшмәлә билдәләнәүенсә, районда ошондай тиҫтәләгән ойошма бар.Предприятиеларҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү өсөн бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Район хакимиәтенә Башҡортостан хөкүмәте менән берлектә аныҡ саралар планы әҙерләргә ҡушылды. Кәңәшмәлә инфраструктура булдырыу, юлдар-күперҙәр һалыу, ауыл хужалығын үҫтереү, кешеләрҙе хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль учреждениелар төҙөү йүнәлештәре лә билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа Бөрйәндән эшһеҙлек арҡаһында кешеләр күпләп күсеп китһә лә, демография хәле яҡшыра бара. Ә был иһә райондың киләсәге бар, тигән һүҙ. З.Ш.Р.Х. Хәбәрҙәр-Башҡортостан. Бөрйән районы. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Салауат башҡорт дәүләт драма театры булды. Сара телеүҙәк алдында тамаша менән асылды. Театр артистары милли батырыбыҙ, шағир-ипровизатор Салауат Юлаев тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе һәм Салауат ҡалаһы тураһында йыр башҡарҙы....

17 июня 2021
Смотреть видео Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған | ГТРК «Башкортостан»

Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған

Яңы технология буйынса ултыртылған баҡса еләге быйыл беренсегә  уңыш биргән. Унда 2019 йылдан алып баҡсасылыҡ һәм еләкселекте үҫтереү буйынса инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы махсус алым  ярҙамында 33 гектар  майҙанда баҡса еләге ултыртылған. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап...

17 июня 2021
Смотреть видео “Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тапбитар дауаханаларҙа ғына түгел, шифаханаларҙа ла кешеләрҙең һаулығы һағында. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм шифаханаларының береһе – Ҡарағай, ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ. Бер йыл самаһы ул ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә корпустар ҙа...

17 июня 2021
Смотреть видео 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы | ГТРК «Башкортостан»

500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.  Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған...

17 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

16 июня 2021
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

16 июня 2021
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

16 июня 2021
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

16 июня 2021
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Яндекс.Метрика