Ни өсөн прокурорҙар закон боҙа?

Өфө ҡалаһы Совет районы прокурорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул 5 миллион һумлыҡ ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Уның 180 миллион һумлыҡ мөлкәте табылды. Рәмил Ғәрифуллин үҙенең эш бүлмәһендә  ҡулға алынды. Был операцияны Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы Республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрҙе. Быға тиклем ришүәт өсөн Учалы район-ара прокуроры ҡулға алынғайны.

Подпишитесь на нас в Пульс