Мөмкинлеге сикләнгән водителдәргә “Инвалид” билдәһен биреү ҡағиҙәһе үҙгәрҙе

Сентябрҙән алып мөмкинлеге сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр  йә иһә пассажирҙар өсөн “Инвалид” билдәһен биреү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер мөмкинлеге сикләнгән граждандар Башҡортостан республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза бюроһында инвалидлыҡты раҫлаған яңы билдә ала башлай. Ҡала урамдарында, бигерәк тә сауҙа үҙәктәрендәге “Инвалид” билдәһе торған парковкаларҙа күптәр машиналарын ҡуйып, ҡағиҙәләрҙе боҙа. Инвалид булмай тороп та, ни өсөн тап ошо урынға туҡталдығыҙ тигән һорауға ла бер кем дә аныҡ яуап бирә алмай.  Билдәле булыуынса, мөмкинлеге сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр тәғәйенләгән махсус урында машинаһын түләүһеҙ ҡалдыра ала. Хатта “Ҡалдырыу тыйыла”, “Хәрәкәт тыйыла” тигән иҫкәртеүҙәр ҙә уларға ҡағылмай. Бындай еңел юлды файҙаланып, күптәр “инвалид” билдәһен урам буйында урынлашҡан келәттәрҙән һатып ала ине. Бының өсөн инвалидлыҡты раҫлаған бер ниндәй ҙә документ кәрәкмәй. Бындай юлға сик ҡуйыу өсөн, быйыл сентябрҙән алып мөмкинлеге сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр, шулай уҡ пассажирҙар өсөн Башҡортостан республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза баш бюроһында инвалидлыҡты раҫлаған яңы документ бирелә башлай. Ҡағыҙҙы гражданин машинаға йәбештермәй, ә үҙе менән йөрөтөргә бурыслы. Документ тик мөмкинлеге сикләнгән автоһәүәҫкәр йә иһә пассажир өсөн генә бирелә. Яңы ҡағыҙҙа граждандың тулы мәғлүмәте яҙыласаҡ. Әйткәндәй, инвалидты раҫлаусы документы булған пассажирҙар икенсе машинала ла йөрөй ала.

Подпишитесь на нас в Google Новости