Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Башҡортостан данын илгә танытҡан, республика өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән һөнәр эйәләренең бер төркөмөнә бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары Дәүләт наградаларын тапшырҙы. Биш тиҫтәгә яҡын кешене берләштергән исемлектә ғалимдар, һаулыҡ һаҡлау, мәғәриф, мәҙәниәт, спорт, элемтә, сәнәғәт, урман хужалығы өлкәләре белгестәре, төҙөүселәр, артистар һәм идарасылар бар.Сығышы менән Салауат районынан, әле Мәскәүҙә йәшәгән һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең симфоник оркестры етәксеһе Азат Шахмөхәмәтов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Өлгөгө-күрһәтмә оркестр үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейы алдынан быйыл Көнъяҡ Сахалин, Кавказ һәм Уралда 50 концерт биреп Рәсәй төбәктәренә лә Башҡортостан исемен киң танытҡан. Азат Ғәли улы һөйөнөсөн хеҙмәттәштәре менән уртаҡлашырға ашҡына. Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп “Күп йыллыҡ ғәҙел хеҙмәт өсөн юғары наградалар тапшырыу тантанаһы ыңғай кисерештәр сығанағы”, тип белдерҙе. — Һеҙ халыҡ именлеге, төбәк үҫеше өсөн һөнәри оҫталығығыҙҙы йәлләмәйһегеҙ һәм ошо ынтылышта хеҙмәттәштәрегеҙгә өлгө булып тораһығыҙ, тине республика башлығы.

Подпишитесь на нас в Пульс