Өфөнөң “алтын” прокуроры ике айға һаҡ аҫтында ҡаласаҡ

Суд әлегә шундай ҡарарға килде.Прокурорҙың иһә 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Рәмил Ғәрифуллин эш бүлмәһендә 5 миллион һум ришүәт алғанда тотолғайны. Бынан тыш, прокурорҙың йөҙҙәрсә миллион һумға иҫәпләнгән мөлкәте барлығы асыҡланған. Йортонда 180 миллион һум аҡса табылған, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары. Операцияны Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы Республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрҙе.

Подпишитесь на наш Telegram-канал