Халыҡ барыбер риза түгел

Өфөлә Менделеев урамындағы 16 ҡатлы йорттар араһында автомобиль ҡуйыу урыны эшләргә уйлайҙар. Әммә халыҡ әйтеүенсә, бында тотонолған машиналар һатыу баҙары буласаҡ.  Ошо сәбәпле йорттарҙа йәшәүселәр урам йыйыны үткәрҙе. Дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй булып өлгөргән Әнисә Мусина кескәйҙәре өсөн борсола. Автомобиль һатыу баҙары була ҡалһа, бында шикле кешеләр генә йыйылмаяаҡ, ихата ла гөрләп торасаҡ, тип хәүефләнә ул. Йорттарҙа йәшәүсе водителдәр, әлбиттә урын өсөн борсола. Сөнки баҙар төҙөлһә, сит кешеләр машиналарын ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китәсәк. Ә ихаталағы сүп-сарҙы кем йыйыр? Күптән түгел, фатир хужаларына сүп түгә торған контейнерҙы ла икенсе ергә күсерергә кәрәклеген талап ителгән хат та килгән. Халыҡ автомобиль һатыу баҙары эшләргә йыйыныуҙарын дәлилләргә тырышһа, милексе мәнфәғәтен яҡлаусы юрист икенсе фекер еткерҙе.Милексе мәнфәғәтен яҡлаусы юрист әйтеүенсә, ер участкаһын 2018-се йылдың май айында уҡ физик шәхестән һатып алынған.  Хәҙер иһә килеп тыуған һорауҙарҙы ла уға бирергә кәңәш итә ул.Бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултырған дүрт 16 ҡатлы йортта йәшәүселәр автомобиль баҙарына ғына түгел, машина ҡуйыу урынына ла ҡаршы булып сыҡты. Улар, тәү сиратта, балалары өсөн ҡурҡа. Әлегә бала-саға тауышынан гөрләп торған майҙансыҡ эргәһен, тиҙҙән автомобиль геүләүе алыштырырмы? Әллә бында йәшәүселәр үҙ хоҡуҡтарын дәлилләй алырмы? Һорау асыҡ ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Новостях