К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Уңған ҡулда-бәрәкәт

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Владимир Лопин баҡсаһында виноградтың 180 сортын үҫтерә.  Теүәл егерме йыл Владимир Лопин виноград үҫтереү эше менән мауыға. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән уҙаманға танышы бер нисә виноград ҡауығын килтерә. Тәүҙә һынау өсөн генә уны ултыртып ҡараным, ә хәҙер виноградһыҙ баҡсамды күҙ алдына килтерә алмайым, ти ул. Виноград ағасын тәрбиәләүе еңел эш түгел. Ул үҙенә айырыуса иғтибар талап итә. Әйткәндәй, емеште үҫтереү серҙәре менән бөтә ғаилә ағзалары таныш. Һәм, әлбиттә, һәр береһенең  яратҡан виноград сорты бар. Виноград сортын Владимир йыл һайын тулыландырып бара. Мәктәп уҡыусылары, емеш-еләк үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар баҡсасыға экскурсияға ла килә. Баҡсала бөтәһе 180 сорт виноград. Уларҙың һәр береһе тәме һәм формаһы яғынан айырыла. Мәҫәлән, был Алешенкин сорты. Хужа әйтеүенсә, уның тәме күпкә татлыраҡ.Виноград һауа торошона ныҡ бирешеүсән. Йәй ни тиклем йылы-виноград ағасы ла күберәк емеш бирә. 12 ҡыуаҡтан яҡынса йөҙ килограмм виноград йыйыла. Унан хужа шарап, ҡайнатма, татлы һут эшләй. Ҡунаҡтар килгәндә лә төрлө сортлы виноград өҫтәл уртаһын биҙәй. Киләсәктә иһә Владимир баҡсаһын башҡа емеш-еләктәр менән байытыу маҡсаты менән йәшәй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика